Муниципальное бюджетное учреждение Давлекановская межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан
Микяшевская сельская модельная библиотека филиал
logo
Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль район хәкимиәте
Дәүләкән биләмә-ара үҙәк китапханаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Мәкәш ауылы модель китапханаһы филиалы
Республика Башкортостан, Давлекановский р-н, д. Микяшево, ул. Центральная, 40
тел. +7 (347-68) 3-83-30; e-mail: gulnar_fazliakhmetova@mail.ru

✍📖Литературный час “Яуланған үрҙәр баhahы”
🌹🌹🌹Шағирә, яҙыусы, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты, «Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе Миңзәлә Вәсил ҡыҙы Хәлилова (Байышева ) күркәм юбилейын билдәләй!

✍📚Миңзәлә Вәсил ҡыҙы Хәлилова — 1963 йылдың 17 авгусында Башҡортосттан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Сибай интернат-мәктәбендә урта белем ала.

✍📚1982—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1987 йылдан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ул уҡытыусы эше менән бер рәттән ижад менән шөғөлләнә, район, төбәк-ара ижади һәм һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша.

✍📚2001 йылда шиғырҙар һәм мәктәп байрамдары өсөн сценарийҙар тупланған «Аҡ елкән» исемле китабы баҫылып сыҡты. Уның шиғырҙар шәлкеме «Дим тулҡындары»(2006), «Йөрәктәр аһәңе»(2007), «Асылмаған сер»(2012), «Ҡояшлы ямғыр» (2017) «Күңел моңдары» (2019) йыйынтыҡтарында урын алған. 2017 йылда «Төштәге осрашыу» хикәйәләр йыйынтығы нәшер ителә.Был китапҡа яҙыусының 16 хикәйәһе ингән. Шуларҙың уныһы Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән. «Ағиҙел», «Шоңҡар»,«Ватандаш», «ЛИФФТ» журналдарында хикәйәләре, шиғырҙары баҫылып килә.
https://vatandash.ru/articles/literatura…